МӘҒАРИФ
10 Июль 2023, 05:03

10-сы класҡа күсеү өсөн нисек онлайн ғариза бирергә?

Дәүләт хеҙмәттәре ярҙамында ғариза биреү тиҙ һәм уңайлы

10-сы класҡа күсеү өсөн нисек онлайн ғариза бирергә?10-сы класҡа күсеү өсөн нисек онлайн ғариза бирергә?
10-сы класҡа күсеү өсөн нисек онлайн ғариза бирергә?

Башҡортостанда, 10-сы класҡа күсереүҙе һорап 3,5 меңдән ашыу онлайн ғариза бирелгән дә инде.

Дәүләт хеҙмәттәре ярҙамында ғариза биреү тиҙ һәм уңайлы: өс минуттан аҙыраҡ ваҡыт етә. Уны ата-әсә йәки, 14 йәше тулған булһа, уҡыусы үҙе лә тултыра ала.

Ғариза бирелгәндән һуң документтар исемлеге асыла. Документтарҙың төп нөсхәһен мәктәпкә алып барырға кәрәк буласаҡ.

Иғтибар итегеҙ, әгәр икенсе мәктәпкә йәки профилле класҡа күсеү планлаштырылһа, һайлап алыу тәртибен мәктәптә асыҡларға кәрәк.

Тулыраҡ - Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығының рәсми сәхифәһендә

Ғаризағыҙҙы күрһәтелгән һылтанма буйынса тултырып ебәрегеҙ: https://www.gosuslugi.ru/600470/1/form

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас