МӘҒАРИФ
4 Июль 2023, 14:07

Афарин, ҡыҙҙар!

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса федераль олимпиадаһы призерҙары - Йәнтеш мәктәбенән Гөлнәфис Ғиләжева һәм Сиҙәм мәктәбенән Лиана Әлибаева, Сөмбөл Йыһаншина бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә бүләкләү тантанаһына саҡырылды, мәртәбәле сарала  шулай уҡ уҡытыусылары Г.Р. Арыҫланова һәм Р.Ә. Фәйзуллина ла ҡатнашты.  

Афарин, ҡыҙҙар!Афарин, ҡыҙҙар!
Афарин, ҡыҙҙар!

Февраль айында уҙған Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән мәктәп уҡыусылары өсөн Рәсәй халыҡтарының туған телдәре һәм әҙәбиәте буйынса 2- се Федераль олимпиадаһының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы бөгөн, 4 июль Өфө фән һәм технологиялар университетында үтте.

Бик юғары кимәлдә үткән был олимпиадала Йәнтеш мәктәбенән Гөлнәфис Ғиләжева һәм Сиҙәм мәктәбенән Лиана Әлибаева, Сөмбөл Йыһаншина призер булып, бүләкләү тантанаһына саҡырылды.Тантанала шулай уҡ уларҙың уҡытыусылары Арыҫланова Г.Р. һәм Фәйзуллина Р.Ә. ла ҡатнашты.Афарин, уҡыусылар һәм уларҙың остаздары!

Афарин, ҡыҙҙар!
Афарин, ҡыҙҙар!
Афарин, ҡыҙҙар!
Автор:Хәйбулла районының мәғариф идаралығы
Читайте нас