

И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы студенттары өсөн уларҙың тормошонда төп ваҡиғаларҙың береһе – сығарылыш кисәһе үтте.
Элекке студенттарҙы, ә хәҙер дипломлы белгестәрҙе муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләре буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова ҡотланы.
141 йәш белгес белем тураһында документтар алды.
Сығарылыш уҡыусылары остаздарына сабырлығы һәм аңлауы, ата-әсәләренә хәстәрлеге һәм мөхәббәте өсөн рәхмәт белдерҙе.