МӘҒАРИФ
29 Июнь 2023, 15:06

Рәсәй мәктәптәрендә яңы фән индерелә

   

Рәсәй мәктәптәрендә яңы фән индереләРәсәй мәктәптәрендә яңы фән индерелә
Рәсәй мәктәптәрендә яңы фән индерелә

2024 йылдың 1 сентябренән Рәсәй мәктәптәрендә «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау» тигән фән индерелә. Был хаҡта Дәүләт Думаһында «Мәктәп программаһында ОБЖ һәм НВП» темаһы буйынса түңәрәк өҫтәлдә Рәсәй Мәғариф министрлығының Дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте һәм идара итеү департаменты директоры урынбаҫары Анна Тимофеева хәбәр итте.

«Яңы уҡыу федераль программаһын төҙөү өсөн Оборона министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәренән торған эшсе төркөм ойошторола, сөнки беҙ был эштең ни тиклем мөһим һәм ҡатмарлы икәнен аңлайбыҙ», - тине чиновник.

«Башинформ» Башҡортостан мәктәптәрендә башланғыс хәрби әҙерлек курсын дәрестән тыш уҡыта башлауҙары мөмкин тип хәбәр иткәйне.

фото һәм сығанаҡ:Башинформ.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас