МӘҒАРИФ
29 Июнь 2023, 15:09

Балалар лагерына нисек бушлай путевка алырға?

     

Балалар лагерына нисек бушлай путевка алырға?Балалар лагерына нисек бушлай путевка алырға?
Балалар лагерына нисек бушлай путевка алырға?

Башҡортостанда әүҙем балалар «Беренселәр хәрәкәте» Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте лагерына бушлай путевка алыу мөмкинлегенә эйә.

Стәрлебаш районының «Орленок» балалар һауыҡтырыу үҙәгендәге төбәк сменаларына теркәү бара. Унда барыу өсөн:
- заявка бирергә
- анкета тултырырға,
- һайлап алыу турын үтергә кәрәк: https://рдш.рф/competition/3739

Сменала 11 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала.

Программа буйынса үрҙә атап үтелгән Хәрәкәт менән танышыу, социаль проект төҙөргә өйрәтеү, ижад һәм ял күҙ уңында тотола.

Теркәлергә ашығығыҙ, алда тағы ике смена бар:

  2023 йылдың 31 июленән 6 авгусына тиклем
  2023 йылдың 23-29 август көндәрендә

Конкурс буйынса һайлап алыу тураһында ентеклерәк - Положениела https://disk.yandex.ru/i/D1Rczkwn1CHZPQ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас