

Яңы ғына башланған кеүек ине, күҙ асып йомғансы, “Аҡсарлаҡ” лагерында тәүге смена тамамланды ла инде.
Малайҙар һәм ҡыҙҙар бында яңы дуҫтар тапты, күңелле саралар, уйындар, спорт яртыштары араһында ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне. “Киләһе йылға тиклем хуш, Аҡсарлаҡ”,--тип хушлашты балалар матур лагерь һәм ихлас дуҫлашып алған вожатыйҙар менән.