МӘҒАРИФ
19 Июнь 2023, 11:43

Хәйбулла уҡыусылары хәрби-илһөйәрлек лагерында ял итә

*

Хәйбулла уҡыусылары хәрби-илһөйәрлек лагерында ял итәХәйбулла уҡыусылары хәрби-илһөйәрлек лагерында ял итә
Хәйбулла уҡыусылары хәрби-илһөйәрлек лагерында ял итә

“Зарница” хәрби-патриотик лагеры һәм “Патриот” хәрби-патриотик клубы сменаһы бик ҡыҙыҡлы үтә.

Әлеге ваҡытта  йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында, “Аҡсарлаҡ” балалар һауыҡтырыу лагерында  уҡыусылар  хәрби-патриотик сменала ял итә. 20-нән ашыу бала  илһөйәрлектең нимә икәнен яҡшы аңлай. Бынан тыш, хәрби-спорт әҙерлеге алып баралар, ГТО нормативтарын тапшыралар.

Балалар  взводтарға бүленеп, уңайлы корпустарҙа урынлашҡандар, ашатыу яғы ла бик яҡшы. Улар майҙансыҡтарҙа шөғөлләнәләр,  төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Бер һүҙ менән әйткәндә, уларҙың ялдары бик йөкмәткеле һәм файҙалы үтә.

 

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас