

1-се Аҡъяр мәктәбен тамамлаған Ғайсар Булатов тарих буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл алды!
Бындай юғары һөҙөмтә артында эшһөйәрлек, маҡсатҡа ынтылыш, ныҡышмалылыҡ, һәм, әлбиттә, уҡытыусылар менән уртаҡлашҡан белем һәм тәжрибә тора.
Ул йыл һайын интеллектуаль олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. 2022-2023 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса ул районда «Йыл уҡыусыһы» тип таныла.
Гайсар киләсәктә көнсығыш илдәренең тарихын, мәҙәниәтен, телдәрен өйрәнергә ниәтләй.
Ғайсар Булатовты һәм уның остаз-уҡытыусылары Гөлнәзирә Миңнулла ҡыҙы Хәсәнованы Һәм Шәһит Мәжит улы Баймырҙинды ҡотлайбыҙ!