МӘҒАРИФ
18 Июнь 2023, 08:08

Афарин, егеттәр!

Ильяс Моталов һәм Данил Моталлапов химия буйынса халыҡ-ара олимпиаданан миҙалдар менән ҡайтты!

Афарин, егеттәр!Афарин, егеттәр!
Афарин, егеттәр!

Хиуала (Үзбәкстан) Әбү Райхан Бируни исемендәге химия буйынса халыҡ-ара олимпиада тамамланды. 12 июндән 16-на тиклем үткән сараға донъяның 15 иленән: Рәсәйҙән, Бразилиянан, Һиндостандан, Грузиянан һәм башҡаларҙан 130 ҡатнашыусы килде.

Рәсәй ҡатнашыусылары иҫәбендә - Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһында (АНОД) ҡатнашыусы Айнур Ғүмәров етәкселегендәге Башҡортостан йыйылма командаһы. Ярыш йомғаҡтары буйынса республика йыйылмаһы 2 бронза миҙал яуланы. Уларҙы Республика инженер лицей-интернатының 10-сы класы уҡыусылары Данил Моталлапов Һәм Ильяс Моталов яуланы. Уҡыусыларҙы әҙерләү менән Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы остаздары шөғөлләнә.

 

 

фото:Башинформ.

Афарин, егеттәр!
Афарин, егеттәр!
Афарин, егеттәр!
Афарин, егеттәр!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас