

Матур йәйге иртә! Подольск ауылы мәктәбендәге көндөҙгө лагерь балаларҙың шат тауышынан яңғырап тора!
Көндөҙгө лагерҙа иртәнге эш балаларҙы ҡабул итеүҙән, физкультура эшләүҙән башланып, артабан ашханалағы тәмле еҫтәр үҙенә саҡыра. Ашнаҡсылар О.В.Курносенко, С.В.Аҡсурина, А.Т.Марченко, Л.Я.Салауатовалар тәмле һәм файҙалы иртәнге аштар менән балаларҙы һыйлай. Улар малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн төрләндереп бешерәләр. Ә ашап туйғандан һуң, балаларҙы ҡыҙыҡлы һәм матур саралар көтә.