МӘҒАРИФ
14 Июня 2023, 04:52

Ижади ҡарашлы педагог

Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда эшләүсе Флорида Үзбәкова үҙ эшен яратҡан, ижади ҡарашлы педагогтарҙың береһе.

Ижади ҡарашлы педагогИжади ҡарашлы педагог
Ижади ҡарашлы педагог

Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда эшләүсе Флорида Үзбәкова үҙ эшен яратҡан, ижади ҡарашлы педагогтарҙың береһе. Ул  11 йыл балаларға хореография буйынса өҫтәмә белем бирә. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт республика мәҙәниәт техникумында хореограф һөнәрен үҙләштергән тәжрибәле педагог әлеге мәлдә Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында ситтән тороп белем ала.  

  • Ете йыл Әбүбәкер мәктәбендә бейеү түңәрәге алып барҙым. Унда “Зөлфиә” ансамблен етәкләнем. Уҡыусыларым менән төрлө бейеү бәйгеләрендә ҡатнаштыҡ. Аҡъярға йәшәргә күскәс, яңы ансамбль төҙөргә тура килде. Башта ансамблдең исемен “Хәйбулла ынйылары”тип атағайныҡ, һуңынан “Аҡъяр – dance” тип үҙгәрттек, әле уны өс йыл етәкләйем. Бер үк ваҡытта халыҡ һәм эстрада йүнәлешендә бейеүҙәр ҡуям.  Үткән уҡыу йылында төрлө йәштәге 90-ға яҡын уҡыусы, йәғни дүрт төркөм менән эшләнем. Бейергә теләге булғандарҙың һәммәһен дә алам, айырмайым һәм хореография буйынса белем бирәм. Программа өс йылға иҫәпләнгән. Өҫтәмә уҡыуҙарын тамамлағандан һуң, таныҡлыҡ бирәбеҙ. Өҫтәмә белем биреүҙең маҡсаты – балаларҙың танып белеү һәм ижади һәләтен үҫтереү, уларға һөнәри йүнәлеш биреү. Ғөмүмән, һәләтһеҙ балалар булмай, уларҙы бары күрә һәм үҫтерә белеү мөһим, - ти Флорида Фәнил ҡыҙы.

Һәләтле педагогтың хореография өлкәһендәге ҡаҙаныштарын уҡыусыларының төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә, фестивалдәрҙә, сараларҙа уңышлы сығыштары дәлилләй. Мәҫәлән, уҡыусылары “Ижади кешеләр” Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсында һәм Мәскәү ҡалаһында үткән “Музыкантофф йондоҙлоғо” халыҡ-ара  бәйгеһендә 1-се дәрәжә лауреат булһа, Өфөлә VII “Драйв” бейеү турнирында 2-се һәм 3-сө урындар,  Белоретта “Башҡортостан ынйылары” Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр ижады фестивалендә 2-се урын яулаған.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 23-сө һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас