МӘҒАРИФ
13 Июня 2023, 15:24

Яугирҙың әсәһенә маҡтаулы исем бирелде

     

Яугирҙың әсәһенә маҡтаулы исем бирелдеЯугирҙың әсәһенә маҡтаулы исем бирелде
Яугирҙың әсәһенә маҡтаулы исем бирелде

Махсус хәрби операция барышында һәләк булған Альберт Кәримовтың әсәһе Ирина Кәримоваға Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме бирелде. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров хәбәр итте. Яугирҙең әсәһе эшләп йөрөй, тип билдәләне республика етәксеһе. Ирина Кәримова Тирләндә математиканан уҡыта. Ул ете бала тәрбиәләп үҫтергән, уларҙың өсәүһе -  Һауа-десант ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге отряды офицерҙары.

«Мин Ирина Ивановнаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙым. Барыбыҙ ҙа һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Ҙур ғаиләгеҙгә, улдарығыҙға күп сәләм. Альбертты бер ҡасан да онотмаҫбыҙ, уның хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр», - тине Радий Хәбиров.

«Үҙемдең, балаларымдың исеменән республикаға ҙур рәхмәт әйткем килә. Шулай уҡ Белорет районы башлығы Андрей Иванютаға һәм Тирлән етәкселегенә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм. Улым Альберт, Еңеү беҙҙең яҡта булыр, тигәйне, беҙ шуға ышанабыҙ», - тине Ирина Кәримова.

 

Фото:Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас