

Билдәле яҡташ яҙыусыбыҙ Фәрзәнә Аҡбулатованың “Атай икмәге” әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль менән 2-се Аҡъяр мәктәбенең 7б класы уҡыусыларының “Кәрәҙ”театры “Йәш таланттар -2023” Бөтә Рәсәй конурсы еңеүсеһе тип табылды.
Ошо еңеүебеҙ менән илһамланып, “Хәйбулла хәбәрҙәре”хәбәрсеһе Раян Ғафарович Атанбаевтың район буйлап йөрөп балаларға күрһәтергә кәрәк тигән кәңәшен тотоп ,районыбыҙҙың Йәнтеш,Үрнәк,Әбеш,Вәзәм ауылдарында спектаклде күрһәтеп,Әбештең хозур тәбиғәтендә ял итеп,матур хәтирәләр менән йөрөп ҡайттыҡ.Яҡташтарыбыҙ спектаклебеҙҙе йылы ҡабул иттеләр,ихлас ҡаранылар һәм алҡышланылар,бәләкәй артистарға йылы һүҙҙәрен еткерҙеләр.Үрнәк ауылында Фәрзәнә Фәтих ҡыҙының тыуған йорто,уның атаһы ултыртҡан ғорур ҡарағай эргәһендә фото төштөк.Ҡәҙерле райондаштарыбыҙ,туғандарыбыҙ йәнтештәр,үрнәктәр,әбештәр,вәзәмдәр! Һеҙҙең ихлас, яҡты күңелле икәнегеҙҙе белә инек.Быға тағы бер тапҡыр инанып ҡайттыҡ.Йылы ҡаршы алыуығыҙ,яҡты йөҙөгөҙ,йылы һүҙегеҙ,тәмле һыйығыҙ,изге күңелегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.Шулай уҡ ауылдарҙағы Мәҙәниәт йорто директорҙары Ультракова Лена Фуат ҡыҙына,Ишемғолова Рәүилә Йосоп ҡыҙына, Ибраһимова Нәсимә Ғөбәйҙулла ҡыҙына, Сурина Гөлназ Ғәмир ҡыҙына, Әбеш мәктәбе директоры Мөхәмәтйәрова Гөлнара Наил ҡыҙына, интернаттың яғымлы тәрбиәселәренә,шофёрҙарыбыҙ Самат Азат улына,Хәкимов Зөфәр ағайға,ата-әсәләргә ҙур рәхмәт.Ошо ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырырыға ярҙам иткән мәктәбебеҙ директоры Риф Мәжит улына һәм фәһемле һәм тәрән мәғәнәле әҫәрҙәр ижад итеүсе талантлы яҡташыбыҙ Фәрзәнә Фәтих ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.Тыныс тормошта ғына йәшәргә булһын.Атайҙар иген үҫтерһен,әсәйҙәр балаларын тәрбиәләһен. Ә өҫтәлдә һәр ваҡыт икмәк,картуф булһын.Балаларға бәхетле бала саҡ насип итһен.