МӘҒАРИФ
6 Июнь 2023, 05:42

Өйгә эш биреүҙәр бөтөрмө икән ни?

Һеҙ был мәсьәләгә нисек ҡарайһығыҙ? 

Өйгә эш биреүҙәр бөтөрмө икән ни?Өйгә эш биреүҙәр бөтөрмө икән ни?
Өйгә эш биреүҙәр бөтөрмө икән ни?

Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусыларға көсөргәнеште кәметеү өсөн балаларға өй эше бирмәҫкә кәрәк. «Яңы кешеләр» фракцияһынан Дәүләт Думаһы вице-спикеры Владислав Даванков шулай тип белдерҙе. Был хаҡта РИА Новости агентлығы еткерә.

«Минең улым депутат булыуымды белеүгә үк өй эшен ғәмәлдән сығара торған закон ҡабул итеүҙе һораны. Бөгөн Мәскәү ата-әсәләре менән осрашыуҙа  мин быға  ваҡыт етеүен аңланым. Был – донъя күләмендәге тәжрибә. Балалар һәм уҡытыусыларға көсөргәнеште  кәметеү барыһына ла файҙаға ғына буласаҡ», — тип иҫкәртте парламентарий.

Даванков яҡын арала был мәсьәлә хаҡында Мәскәүҙең Мәғариф һәм фән департаменты менән фекер алышырға вәғәҙә итә.

 

Автор:Венер Исхаков.
 
Автор:
Читайте нас