МӘҒАРИФ
5 Июнь 2023, 14:56

Колледждарға ғаризаны "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында бирергә мөмкин

     

Колледждарға ғаризаны "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында  бирергә мөмкинКолледждарға ғаризаны "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында  бирергә мөмкин
Колледждарға ғаризаны "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында бирергә мөмкин

"Дәүләт хеҙмәттәре" порталында колледждарға ғаризалар ҡабул ителә башланы: https://www.gosuslugi.ru/10171/1/form

Көндөҙгө бүлеккә ғариза биреү ваҡыты:
  ижади һөнәрҙәр өсөн - 10 авгусҡа тиклем
  ҡалғандары өсөн - 15 авгусҡа тиклем.

Әгәр көндөҙгө уҡыу формаһына буш урындар ҡалһа, документтар ҡабул итеү 25 ноябргә тиклем оҙайтыла. Башҡа уҡыу формаларына ҡабул итеү ваҡытын һәр колледж үҙаллы билдәләй.

Колледжға нисек ғариза бирергә?
➖ белем кимәлен (9 йәки 11 класс) күрһәтергә һәм колледжды һайларға
➖ айырым шарттарҙы, льготалы категорияны һәм шәхси ҡаҙаныштарҙы (әгәр улар булһа) күрһәтергә
➖ шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм белем тураһында мәғлүмәттәрҙе тикшерергә
➖ белем тураһында документтың скан-копияһын йәки электрон дубликатын ҡушыу
➖ кәрәк булғанда башҡа документтар (мәҫәлән, льготаларға хоҡуҡты раҫлаусы, маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеү йәки медицина белешмәһе)ҡушырға

Ғариза биргәндән һуң Дәүләт хеҙмәттәрендә Шәхси кабинетҡа уны ҡарауҙың бөтә этаптары, өҫтәмә һынауҙар үткәреү датаһы һәм уларҙың һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт киләсәк.

Һайланған һөнәргә уҡырға инеү өсөн абитуриентҡа шәхси кабинетта ризалығын раҫларға һәм белем тураһында документтың төп нөсхәһен килтерергә кәрәк буласаҡ. Документтарҙы ҡабул итеү тәртибе һәм ваҡыты тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән һайланған колледждың сайтында танышырға мөмкин.

Колледжға ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә: https://www.gosuslugi.ru/10171/1/form

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас