

Стәрлетамаҡта муниципаль этап еңеүселәре араһында мәктәп уҡыусыларының "Президент ярыштары" төбәк Бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Республиканың 13 иң көслө командаһы 1-се урын өсөн көс һынашты.
Хәйбулла районынан 1-се Аҡъяр мәктәбе командаһы (тренерҙары - Нургиз Бохарбаев һәм Гүзәл Бохарбаева) сығыш яһаны. Күп төрлө ярыштарҙа (30 һәм 1000 метр араға йүгереү, урындан һикереү, турникта күтәрелеү, пресс һәм башҡалар) беҙҙең команда 1-се урын алды! Ә теоретик конкурста һәм эстафета йүгереүендә икенсе булдылар. Һөҙөмтәлә, дөйөм команда зачетында Хәйбулла районы командаһы беренсе урын яуланы! Афарин, ҡотлайбыҙ!