МӘҒАРИФ
1 Июнь 2023, 06:36

Һабантуй гөрләне

Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсаһында Һабантуй байрамы ойошторолдо.

Һабантуй гөрләнеҺабантуй гөрләне
Һабантуй гөрләне

Балаларға борон-борондан ата-бабаларыбыҙҙың яҙғы hабан – сәсеү эштәрен тамамлағас, “Һабантуй” байрамын үткәргәнлеге тураһында бәйән ителде.
Һабантуй батырының ҡулындағы ҡолғаһына изге теләктәр – донъяларҙың имен тороуын, зәңгәр күктәрҙең аяҙ булыуын, уңыштарҙың мул булыуын, илебеҙҙә һәр ғаиләлә балаларҙың ҡыуанысҡа тулы тауыштары менән бәхетле көләс йөҙҙәре балҡыуын теләп, тәрбиәселәр, ата-әсәләр һәм кескәйҙәр үҙҙәре лә байрам бүләктәрен бәйләне.

Байрамды тантаналы асҡандан һуң, бөтәһе лә башҡорт милли уйындарынан торған hабантуй бәйгеләре үтәсәк майҙансыҡтарға ашыҡты. “Милли көрәш”, “Ат сабышыу”, “Мәргән уҡсы”, “Һыу ташыу”, “Тоҡ менән алыш”, “Йомортҡа ташыу” һәм “Көршәк ватыу” буйынса сәмле ярыштарҙа көс һынашты балалар.
Һабантуй бәйгеләрендә кескәйҙәр генә түгел, ата-әсәләр ҙә ихлас ҡатнашты. Бигерәк тә уларҙың мәргәнлектә, саялыҡта уҡ атыу буйынса дәртле ярышыуы байрамыбыҙға айырыуса йәм өҫтәне. Сара һуңында барлыҡ балаларға Һабантуй батыры тәмле күстәнәстәрен таратты, ә әүҙем ҡатнашыусы ата-әсәләргә балалар баҡсаһы мөдире А.Ғ.Сурина исеменән маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: МКУ УПРАВЛЕНИЕ ОБРАЗОВАНИЯ

Автор:
Читайте нас