Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
31 Май 2023, 20:19

Биоинженерия киләсәк өсөн эшләй

2023 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырыласаҡ заманса IQ-паркта молекуляр биоинженерия лабораторияһы урынлашасаҡ

Биоинженерия киләсәк өсөн эшләй
Биоинженерия киләсәк өсөн эшләй

Өфө фән һәм технологиялар университеты донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары студенттары кампусының беренсе сиратында алдынғы лабораториялар һәм инновация үҙәктәрен урынлаштырырға планлаштыра.

2023 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырыласаҡ заманса IQ-паркта шул иҫәптән молекуляр биоинженерия лабораторияһы урынлашасаҡ.

Фәнни-белем биреү үҙәгендә хужалыҡта ҡиммәтле һаналған үҫемлектәрҙең генетик трансформацияланған төрҙәрен булдырыу өҫтөндә эшләйҙәр. Тикшеренеү лабораторияһының төп маҡсаты – йомшаҡ бойҙайҙы геном редакторлау һәм ген инженерияһы. Был уңдырышлыҡты һәм культураның төрлө һынауҙарға ҡаршы тороусанлығын арттырыу маҡсатында эшләнә.

Хәҙерге ваҡытта бәшмәк ауырыуҙарына һәм ҡоролоҡҡа бирешмәүсәнлекте арттырыу өсөн йомшаҡ бойҙай гендарын редакторлау буйынса эштәр әүҙем алып барыла. Тикшеренеүҙәр РФ Мәғариф һәм фән министрлығы гранты сиктәрендә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты (Өфө ҡалаһы) һәм Н.И. Вавилов исемендәге Бөтә Рәсәй үҫемлектәрҙең генетик ресурстары институты (Санкт-Петербург ҡалаһы) менән берлектә үткәрелә.

Өфө университетының молекуляр биоинженерия лабораторияһында төрлө культуралар алыу буйынса эштәр алып барыласаҡ. Улар лабораторияла ғына түгел, сәнәғәт шарттарында ла сикләнмәгән күләмдә биореакторҙарҙа, япраҡ һәм һабаҡ барлыҡҡа килмәйенсә үҫергә һәләтле. Бының өсөн үҫемлек туҡымаларын махсус агробактериялар ярҙамында генетик юл менән үҙгәртәләр. Артабан гормональ булмаған туҡлыҡлы мөхиттәрҙә үҫергә һәләтле тамыр культуралары килеп сыға, өҫтәүенә был тамырҙар йыш ҡына метаболиттарҙы үрсетә.

Бөгөнгө көндә лабораторияла Ирәмәл алтын тамыры, рапонтикум, ябай цикорий һ.б. үҫемлектәрҙең тамырҙары өйрәнелә.  

 - Үҫемлектәр биоинженерияһы - ул заманса биологияның мөһим йүнәлеше, тип ышанам, сөнки сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙенсәлекле хужалыҡ ҡиммәтле билдәләре булған культуралы үҫемлектәрҙең яңы формаларын һәм сорттарын булдырырға мөмкинлек бирә, - ти лаборатория етәксеһе, биология фәндәре докторы, профессор Булат Кулуев. - Быға классик селекция алымдары менән өлгәшеү ауыр, ә ҡайһы берҙә бөтөнләй мөмкин дә түгел.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә төҙөлә.

Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: