МӘҒАРИФ
25 Май 2023, 08:18

Тамашаны йәш быуынға күрһәтеү бик мөһим

2-се Аҡъяр мәктәбенең уҡыусылары  яҡташыбыҙ, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге» хикәйәһе буйынса район мәҙәниәт йортонда спектакль ҡуйҙы.

Тамашаны йәш быуынға күрһәтеү бик мөһимТамашаны йәш быуынға күрһәтеү бик мөһим
Тамашаны йәш быуынға күрһәтеү бик мөһим

2-се Аҡъяр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Йәнйегетова етәкселегендә 7-се “б” класы уҡыусылары  яҡташыбыҙ, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге» хикәйәһен сәхнәләштергән. Спектакль аҙна буйы мәктәптә аншлаг менән барған.  Ошо арала тамаша «Китапханалар төнө» һәм «Музейҙар төнө» акциялары сиктәрендә район мәҙәниәт йортонда уҙған сарала күрһәтелде.

Спектакль бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Балалар тәүге тапҡыр район мәҙәниәте йортоноң сәхнәһенә сығыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙ ролдәрен ысын артистар кеүек оҫта башҡарып, олоһон да, кесеһен дә таң ҡалдырҙы. Йәш тамашасылар спектакль дауамында сәхнәләге геройҙар өсөн янып-көйҙө. Ә аҙаҡ фәһемле хикәйәне сәхнәгә сығарған Ләйсән Зәкир ҡыҙына һәм йәш артистарыбыҙға зал оҙаҡ алҡышланы. Минеңсә, был тамашаны райондың һәр мәктәбендә күрһәтергә кәрәк. Беренсе яҡтан башҡорт телендә ҡуйылһа, икенсе яҡтан ролдәрҙе уҡыусылар башҡарыуы йәш быуын өсөн айырыуса яҡын ҡабул ителә. Ләйсән Зәкир ҡыҙына һәм уҡыусыларға һәр башланғыстарында уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Тамашаны йәш быуынға күрһәтеү бик мөһим
Тамашаны йәш быуынға күрһәтеү бик мөһим
Тамашаны йәш быуынға күрһәтеү бик мөһим
Тамашаны йәш быуынға күрһәтеү бик мөһим
Тамашаны йәш быуынға күрһәтеү бик мөһим
Тамашаны йәш быуынға күрһәтеү бик мөһим
Тамашаны йәш быуынға күрһәтеү бик мөһим
Тамашаны йәш быуынға күрһәтеү бик мөһим
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас