

Атингән ауылы мәктәбенең "Йәш армеецтары" махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә хат яҙҙы. Уларға һаулыҡ һәм тиҙ арала әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, шулай уҡ тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт белдерҙе.
Әйткәндәй, яҡташ-яугирҙарыбыҙ балаларҙың хаттарын алыуына бик шат. Мәҫәлән, “Кәрим” позывнойлы хәрби ошондай фекере менән уртаҡлашты: “Гуманитар ярҙам өсөн район халҡына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Күпләп кәрәкле әйберҙәр ебәреп торалар. Ярҙамдан бер өҙөлгәнебеҙ юҡ. Уҡыусыларға рәхмәт әйтер инем. Посылка алғанда, эсендә хаты ла булһа, күңелгә йылы булып китә. Хаттарҙы күкрәк кеҫәмә һалып йөрөнөм, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡас, алып ҡайттым, музейға тапшырырға теләйем”,-ти ул.