

15-16 майҙа баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының ҡала округтары һәм муниципаль райондарының мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттарын тапшырыу тантанаһы үтте. Тантаналы сарала Мәғариф идаралығы методисы Зөлфиә Супанова, Бүребай ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Хисмәтуллина һәм 2-се Аҡъяр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфирә Мөхәмәтшина ҡатнашты һәм рәхмәт хаттары менән тәбрикләнде. Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ!