МӘҒАРИФ
18 Май 2023, 12:32

Бүребай мәктәбе уҡытыусылары - еңеүселәр иҫәбендә!

Республика конкурсында Гүзәл Һөйөндөкова һәм Юлиә Һөйөндөкова лауреаттар булды. Ҡотлайбыҙ!

Бүребай мәктәбе уҡытыусылары - еңеүселәр иҫәбендә!Бүребай мәктәбе уҡытыусылары - еңеүселәр иҫәбендә!
Бүребай мәктәбе уҡытыусылары - еңеүселәр иҫәбендә!

Бөгөн Өфө күп профилле һөнәри колледжында «Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаларында һөҙөмтәле остазлыҡ тәжрибәләре» республика конкурсы еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. "Иң яҡшы остазлыҡ программаһы" номинацияһында Бүребай ауылы мәктәбе уҡытыусылары Гүзәл Йәүҙәт ҡыҙы Һөйөндөкова һәм Юлиә Рафаил ҡыҙы Һөйөндөкова лауреаттар булды. Ҡотлайбыҙ!

Тантаналы өлөштән һуң муниципалитеттарҙа маҡсатлы остазлыҡ моделен тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы муниципаль координаторҙар өсөн семинар уҙҙы, унда Мәғариф идаралығы методисы Елена Лазарева ҡатнашты. Сара конкурста еңеүселәрҙең оҫталыҡ дәрестәре менән тамамланды.

Бүребай мәктәбе уҡытыусылары - еңеүселәр иҫәбендә!
Бүребай мәктәбе уҡытыусылары - еңеүселәр иҫәбендә!
Бүребай мәктәбе уҡытыусылары - еңеүселәр иҫәбендә!
Бүребай мәктәбе уҡытыусылары - еңеүселәр иҫәбендә!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас