

Быйыл унда барлығы 13 кеше ғариза биргән. Шуларҙың өсәүһе еңеүсе тип табылған. Улар - Баҡалылағы 1-се мәктәптең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Раксана Рөстәм ҡыҙы Закирова, Бәләбәй районы Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылы мәктәбенең математика уҡытыусыһы Филүзә Рәшит ҡыҙы Нурмөхәмәтова, Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһының химия һәм биология уҡытыусыһы Тәнзилә Рәмил ҡыҙы Миңлеғолова. Ҡотлайбыҙ!
"Ауыл уҡытыусыһы" программаҺы 2020 йылда Владимир Путин тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла башлағайны. Унда ауыл, ҡасаба, ҡала тибындағы ҡасабаларға барып эшләгән уҡытыусылар ҡатнаша ала. Конкурста еңеүсе 1 миллион күләмендә бер тапҡыр түләнә торған компенсация ала. Программа алдағы йылда ла дауам итәсәк. Өс йыл эсендә республикала 147 уҡытыусы берәр миллион алған.