

“Балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү—дөйөм хәстәрлек” тигән исем аҫтында үтте муниципаль ата-әсәләр йыйылышы. Ысынлап та, балаларыбыҙ өсөн хәүефһеҙ мөхит булдырыу, улар бәхетле бала саҡ илендә үҫһен өсөн барыһын да эшләү—ололар иңендәге мөһим яуаплылыҡ. Йыйылышта үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм енәйәтселекте иҫкәртеү, йәйге каникул осоронда юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, янғын хәүефһеҙлегеи ҡағиҙәләрен үтәү, мәғлүмәти хәүефһеҙлек тураһында һүҙ барҙы.
Ошо йүнәлештә эшләгән төрлө хеҙмәттәр вәкилдәре балиғ булмағандарҙың ҡылған хоҡуҡ боҙоуҙар һәм енәйәт өсөн яуаплылығы, ә ата-әсәләрҙең балаларҙың ҡылған эштәре өсөн яуаплылығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бынан тыш, үҫмерҙәрҙең спиртлы эсемлектәр ҡулланыу осраҡтары һәм уның баланың сәләмәтлегенә кире тәьҫире тураһында мәсьәлә ҡуҙғатылды.
Ни өсөн муниципаль йыйылыш нәҡ ошо темаға арналды?Сөнки белем биреү учреждениеларында уҡыусыларға төрлө эшмәкәрлектәге өлкәләрҙә хәүефһеҙлек нигеҙе тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Ә бына ғаиләлә шәхестең булмышына төп ҡиммәттәр һалына. Иң мөһиме, балалар сәләмәт һәм иҫән булһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк.
Тулыраҡ мәҡәләне “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең киләһе һанында уҡығыҙ.