

20 июндә уҡырға ҡабул итеү кампанияһы башлана.
Юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә абитуриенттарға «Вузға онлайн инеү» суперсервисы файҙалы буласаҡ.
Сервисты ҡулланған осраҡта юғары уҡыу йортона барырға, сиратта торорға һәм ҡағыҙ тултырырға кәрәкмәй. Ғаризаны өйҙән Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкин: https://www.gosuslugi.ru/vuzonline