

10-11 майҙа Ейәнсура районында “Волга буйы зарницаһы” хәрби-спорт уйынының зона этабы үтте.
Унда беҙҙең райондан 2-се Аҡъяр мәктәбенең “Витязь” командаһы (етәксеһе С.Ю.Карпов) ҡатнашты.
Урал аръяғының 8 район һәм ҡалаһынан килгән уҡыусылар физик әҙерлек, хәрби-ғәмәли төрҙәр, йөҙөү буйынса ярышты, тактик уйындарҙа ҡатнашты, ҡаршылыҡ һыҙатын үтте, тарих буйынса белемдәрен тикшерҙе. Һөҙөмтәлә, беҙҙең “Витязь” командаһы өсөнсө урынды яуланы. Афарин!