МӘҒАРИФ
11 Май 2023, 12:07

Хәйбулланың йәш конструкторҙары һынатманы!

"Lego-уйлап табыуҙар" республика конкурсында Ильяс Нарбутин һәм Әмирхан Рәхмәтуллин "Фермер хужалығында ярҙамсы роботтар" йүнәлешендә еңеүсе булды. Айҙар Исмәғилев 2-се урын алды, ә Фәйзуллин Искәндәр финалда ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнде. Афарин!

Хәйбулланың йәш конструкторҙары һынатманы!Хәйбулланың йәш конструкторҙары һынатманы!
Хәйбулланың йәш конструкторҙары һынатманы!

Благовещенда "Lego-уйлап табыуҙар" республика конкурсы проекттарын яҡлауҙың икенсе этабы үтте. Конкурс балалар һәм ата-әсәләр өсөн "НаукаKids-2023" республика фестивале сиктәрендә уҙғарыла.

Һайлап алыу турын йәмғеһе 52 бала үткән. 3-4 кластар араһында 9 бала ҡатнашты. Бәйге еңеүселәре һәм призерҙары иҫәбендә Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортоноң йәш таланттары ла бар. Жюри һөҙөмтәләре буйынса Ильяс Нарбутин һәм Әмирхан Рәхмәтуллин "Фермер хужалығында ярҙамсы роботтар" йүнәлешендә еңеүсе булды. Айҙар Исмәғилев - 2-се урын алһа, ә Фәйзуллин Искәндәр финалда ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнде. Афарин!

 

Хәйбулланың йәш конструкторҙары һынатманы!
Хәйбулланың йәш конструкторҙары һынатманы!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас