

Атингән ауылынан да егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ил тыныслығын һаҡлай.
Ошондай батырҙар тәрбиәләп үҫтергән атай-әсәйҙәренә, ғаиләләренә, яҡындарына һаулыҡ, күңел тыныслығы, имен тормош теләйбеҙ! "Юнармия” төркөмө һалдат әсәһе Фәриҙә инәйҙең хәлен белде, йорт тирәһендә ярҙам итте. Уҡыусыларға, афарин! Ә инде яугирҙарға иҫән-һау тыуған яҡтарына тиҙерәк ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!