

ЕҢЕҮ ДИКТАНТЫ ЯҘҘЫҠ
Илебеҙ Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршыланы. Оло байрамға беҙ ҙә ҡушылдыҡ. Аҡъяр ауылының Балалар китапханаһы апайҙары менән Еңеү диктанты яҙҙыҡ. Диктант герой-пионер, партизан малай Ваня Стасевич тураһында ине. Уның һуғыш бөткәс ниндәй шатлыҡ менән мәктәпкә уҡырға барғанын һүрәтләгәндәр. Беҙ балаларҙың һуғыш осорондағы батырлыҡтарына һоҡланабыҙ. Ысын геройҙар улар!
Әлиә Бикбова, Аҡъяр ауылының 1-се һанлы мәктәбенең 3-сө А класы уҡыусыһы.