МӘҒАРИФ
7 Май 2023, 17:46

Изге һөнәргә бағышланған ғүмер

Хәйбулла педагогтары һәм остаздары тураһында мәҡәләләр циклын баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Сираттағы хат — Атингән мәктәбенең директоры, география һәм химия уҡытыусыһы Нәйлә Насырйән ҡыҙы Арыҫланова тураһында

Изге һөнәргә бағышланған ғүмерИзге һөнәргә бағышланған ғүмер
Изге һөнәргә бағышланған ғүмер

Хәйбулла уҡытыусылары тураһында мәҡәләләр циклын баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Был юлы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Үзбәкованан хат алдыҡ.

«Мәктәп... Һәр бала өсөн мәктәп — ул аҡбур менән яҙылған ҙур яҡты кластар, ҡәтғи һәм хәстәрлекле уҡытыусылар, күңелле һәм шуҡ балаларҙың көлөүе, мәктәп ихатаһы. Бөгөн иҫ киткес кеше, үҙ мәктәбе өсөн янып-көйгән география һәм химия уҡытыусыһы, Атингән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Нәйлә Насырйән ҡыҙы Арыҫланова тураһында һөйләгем килә. Ул үҙ-үҙен хеҙмәткә һалған уҡытыусылар иҫәбенә инә. Нәйлә Насырйән ҡыҙы — тәжрибәле, заман менән бергә атлаған уҡытыусы. Нәйлә Насырйән ҡыҙы Ырымбур өлкәһенең Ҡолбирҙе ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Үкенескә күрә, был ауыл хәҙер юҡ. Балаларын уҡытыу өсөн уның ата-әсәһе Хәйбулла районына Татыр-Үҙәк ауылына күсеп, йәшәү урынын алмаштырған, һәм был мәктәпкә ул 1-се класҡа барған. Уларҙың ғаиләһендә дүрт ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләнгән. Ғаиләләге барлыҡ балалар юғары белемле, төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләй.

Татыр-Үҙәк урта мәктәбен тамамлағас,  Башҡорт дәүләт педагогия институтының тәбиғәт һәм география факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон бөткәндән һуң, дипломлы белгес Яковлевка төп мәктәбенә уҡытырға ебәрелә һәм шунда уҡ директорҙың уҡыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Һуңынан йәш ғаилә Атингән ауылына күсә, унда Нәйлә Насырйән ҡыҙы география дәрестәрен уҡыта башлай. 2004 йылан директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй һәм тәүгеләрҙән буп "Берҙәм Рәсәй" партияһы сафына инә. 2009 йылдан - Әбүбәкер ауылы муниципаль мәғариф учреждениеһы филиалы Атингән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең мөдире. 2016-2019 йылдарҙа төп мәктәп эшмәкәрлеген туҡтатҡан осорҙа Нәйлә Насырйән ҡыҙы ауыл мәҙәниәт йортонда мәҙәни ойоштороусы булып эшләгән һәм бер үк ваҡытта Йәнтеш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә химия һәм биология дәрестәрен алып барған. 2020 йылда филиалды үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Атингән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнде.

Нәйлә Насырйән ҡыҙы һәр саҡ мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.  Ул уҡыусыларын химия ҡанундарынан тыш, тормош ҡанундарынан да дөрөҫ һәм еңел төшөнөргә өйрәтеп, күпме көс һәм энергия биргән. Нәйлә Насырйән ҡыҙы - заман менән бергә атлаған уҡытыусы. Балаларҙы һәр саҡ изге эштәргә дәртләндереп тора. Ул изге күңелле, ярҙамсыл, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Ул мәктәптең матди базаһына ҡарата күп эштәр башҡара. Спорт залы төҙөкләндерелеп, тәҙрәләр алмаштырылғандан һуң мәктәптә физкультура менән шөғөлләнеүгә тейешле шарттар булдырылған. Фидель Ишмөхәмәт улы менән өс һоҡланғыс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән улы Илнур һәм уның ғаиләһе Аҡъяр ауылында йәшәй һәм ул эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ринат ғаиләһе менән Санкт-Петербургта йәшәй һәм ул "Северсталь" комбинатында эшләй. Ҡыҙы Айгөлдөң Өфөлә йәшәй һәм автомобиль компанияһында эшләй.

Мәктәп — беҙҙең икенсе йортобоҙ, унда беҙ иртә һайын яратҡан уҡыусыларыбыҙ һәм коллегаларыбыҙ менән осрашыуға ашығабыҙ. Был йорттоң күркәм, уңайлы булыуы, йылмайыуы, дуҫтарса ярҙам һәм үҙ-ара аңлашыусан булыуы беҙҙең өсөн һәр саҡ ҡыуаныслы. Нәйлә Насырйән ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, бөтмәҫ дәрт, ижади уңыштар теләйем», — тип яҙҙы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Рим ҡыҙы. 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас