

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ведомство наградалары тураһында положениеға ҡайһы бер үҙгәрештәр индерергә ҡарар итте. Ошо хаҡта бойороҡ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәрҙең күбеһе «Почетлы остаз» билдәһен алырға мөмкин.
«Уҡытыусы һәм остаз йылы хөрмәтенә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы бойороғо менән «Почетлы остаз» билдәһенә тәҡдим ителгәндәргә талаптар ҡайтанан ҡаралды. Шулай уҡ квоталар арттырылды», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
сығанаҡ:"Башинформ"