

Яңы Ергән мәктәбе уҡыусылары үҙҙәренең мәктәп яны участкаһында «икенсе икмәк» ултыртты. Мәктәп эргәһендәге участкала йыл һайын картуф ҡына түгел, ә башҡа йәшелсәләр ултыртыла. Былар барыһы ла һуңынан мәктәп ашханаһында ҡулланыласаҡ. Йәйге практика ваҡытында уҡыусылар үҙҙәре һыу һибә, утай. Көҙ көнө уҡытыусылар һәм уҡыусылар бергә уңыш йыя. "Яҡшы уңыш алырбыҙ тип ышанабыҙ", - ти уҡыусылар.