

Бүләкләү тантанаһында район мәктәптәренән 100-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Райондың иң яҡшы уҡыусылары район хакимиәте башлығы һәм мәғариф идаралығының премияларын алды. Тағы ла уҡыусыларҙы сараның партнерҙары ла бүләкләне. Йыл һайын һәләтле уҡыусыларҙы "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" һәм "Башҡорт баҡыры" йәмғиәттәре, территориаль һайлау комиссияһы, район эшҡыуарҙары советы, яҡташыбыҙ, профессор, республиканың мәғариф отличнигы Вилә Баймырҙинаның вәкиле бүләкләй. Быйыл 97 уҡыусы һәм 8 команда бүләкләнде.
Йыл уҡыусыһы булып 1-се Аҡъяр мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Ғайсар Булатов танылды. Ул инглиз теле һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры. Шулай уҡ Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы призеры.