

Стәрлетамаҡта уҙған "РобоПром-2023" фестивале йыл һайын фәнни-техник ижад һәм алдынғы технологиялар менән мауығыусы һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе берләштерә.
Быйыл финалға 563 ҡатнашыусы сыҡты, ә заявкаларҙы 1535 кеше биргән! Шуларҙың 6 командаһы (10 ҡатнашыусы) Хәйбулла районы Сиҙәм ауылы мәктәбенән.
Көсөргәнешле һәм бик ҡыҙыҡлы ярыштарҙан һуң Сиҙәм ауылы мәктәбенең 3 командаһы призлы урындар яуланы: 1-се урын "Лабиринт" йүнәлешендә, 2-се урын - "Мини сумо" йүнәлешендә, 2-се урын "Олимпия уйындары! (баскетбол, биатлон, ауыр атлетика һәм дзюдо).
Балаларҙы һәм уларҙың етәксеһе Ришат Рәшит улы Хөсәйеновты сираттағы уңыштары менән ҡотлайбыҙ!