

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән районға килде. Эш сәфәре планы бик тығыҙ булһа ла сәйәсмән халыҡ менән ихлас осрашты, уларҙың тәҡдимдәрен, фекерҙәрен тыңланы. Төрлө форматтағы саралар менән тулы көн йәш быуын вәкилдәре менән осрашыу менән башланды. Зариф Зәкир улы 2-се Аҡъяр мәктәбендә 10-сы класс уҡыусылары өсөн ойошторолған Батырлыҡ дәресендә ҡатнашты.
Дәүләт Думаһы депутаты илебеҙҙе һаҡлау өсөн төрлө быуын вәкилдәре тарафынан ҡылынған батырлыҡтары, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында донъяны фашизмдан ҡотҡарыу өсөн Башҡортостандан 700 мең, шул иҫәптән Хәйбулланан 7058 кешенең фронтҡа юлланыуы хаҡында бәйән итте. Зариф Байғусҡаров ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләп кенә ҡалманы, шулай уҡ уҡыусыларға ла һорауҙар биреп ил, республика, район тарихы тураһында белемен тикшерҙе, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарын һәм башҡа тарихи шәхестәрҙе иҫкә алды.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 17-се һанында уҡығыҙ.