МӘҒАРИФ
24 Апрель 2023, 17:10

Концерт бер тында үтте

170 йәш талант Аҡъяр сәхнәһенә сыҡты

Концерт бер тында үттеКонцерт бер тында үтте
Концерт бер тында үтте

Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто тәрбиәләнеүселәре отчет концерт менән сығыш яһаны. Ҙур тамаша  Педагог һәм остаз йылына арналды. Район мәҙәниәт йорто фойеһы ла ижад майҙансығына әүерелгәйне. Бында  декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте менән шөғөлләнгән берекмәләр ижадынан күргәҙмә ойошторолдо, оҫталыҡ кластары күрһәтелде.

Концерт  программаһы алдынан Балалар ижады йортоноң көндәлек йәшәйеше һәм уҡытыусылары тураһында  видеоролик күрһәтелде. 170 йәш артист төрлө ижади номерҙары менән  тамашасыларҙы рухландырҙы, ҡыуандырҙы. Балалар коллективтары йырланы ла, бейене лә, театраль миниатюрҙар күрһәтте.

Бер тында үткән концерт аҙағында муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова балаларҙың һәм педагогтарҙың ижадындағы ҡаҙаныштарын билдәләп, артабанғы уңыштар теләне.

МКУ УПРАВЛЕНИЕ ОБРАЗОВАНИЯ

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас