МӘҒАРИФ
19 Апрель 2023, 08:38

ТУҒАН ТЕЛГӘ ҺӨЙӨҮ ТӘРБИӘЛӘЙ

Хәйбулла уҡытыусылары тураһында мәҡәләләр циклын баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Сираттағы хат - Атингән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәүзиә Хәмзә ҡыҙы Әминева тураһында

ТУҒАН ТЕЛГӘ ҺӨЙӨҮ ТӘРБИӘЛӘЙТУҒАН ТЕЛГӘ ҺӨЙӨҮ ТӘРБИӘЛӘЙ
ТУҒАН ТЕЛГӘ ҺӨЙӨҮ ТӘРБИӘЛӘЙ

Хәйбулла уҡытыусылары тураһында мәҡәләләр циклын баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн Атингән мәктәбенән хат алдыҡ.

"Әминева Фәүзиә Хәмзә ҡыҙы Хәйбулла районының Әбеш ауылында тыуған. 1979 йылда тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, мәктәптә өлкән вожатый булып эшләп, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә.

1985 йылда институтты тамамлағандан һуң, Атингән урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай һәм бөгөн ошо мәктәптә эшләүен дауам итә. Ул  изге күңелле, ярҙамсыл, үҙенең предметын яҡшы белгән тәжрибәле уҡытыусы. Балалар уны ярата һәм хөрмәт итә. Фәүзиә Хәмзә ҡыҙы балаларға оло һөйөү менән башҡорт теленән уҡыта. Башҡорт теле - матур, моңло, ҡеүәтле, рухлы. Туған телде өйрәнеү, уны белеү һәм һөйләшеү мөһим. Туған тел - ул баланы йорт һәм яҡын кешеләр менән бәйләүсе еп. Көн һайын туған телдә һөйләшеү мөмкинлеге булыуы мөһим. Телдең киләсәге шуға бәйле. Дәүләт телен өйрәнеү баланың аң даирәһен киңәйтә, уға тәрәнерәк үтеп инергә мөмкинлек бирә.

Фәүзиә Хәмзә ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, педагогик хеҙмәт ветераны. Тормош иптәше менән Лена исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Лена әсәһенең юлын буйлап китеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Себерҙә йәшәй һәм эшләй. Фәүзиә Хәмзә ҡыҙына оҙон ғүмер, һаулыҡ, бәхет һәм ғаилә именлеге теләйем. Беҙ барыбыҙ ҙа коллективта уны бик яратабыҙ һәм ҡәҙерләйбеҙ," - тип яҙҙы хеҙмәттәштәре.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас