

Хәҙерге заманда уҡытыусы булып эшләү күп көс, сабырлыҡ, фиҙаҡәрлек, белемеңде даими камиллаштырыуҙы, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыуҙы талап итә. 30 йылға яҡын балаларға белем биреүгә, уларҙы тәрбиәләүгә көс һалған 1-се Аҡъяр мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Нурзилә Йәнтүрина тап шундай сифаттарға эйә.
Нурзилә Шәкирйән ҡыҙы Сәғит ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, урта белемде Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге интернат-мәктәбендә ала. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институты Сибай филиалының башланғыс кластар уҡытыусыһы факультетын тамамлай. 1995 йылдан бөгөнгәсә 1-се Аҡъяр мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.
-Уҡытыусы булыу - бала саҡ хыялым. Бәлки, апайҙарым, еңгәйемдең ошо өлкәлә эшләүҙәре лә этәргес булғандыр. Педагогия өлкәһендә өс тиҫтәгә яҡын эшләү йылдарымда уҡыусыларым араһында минең юлымды һайлаусылар бар. Уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше тынғыһыҙ эҙләнеүсе, үҙенә талапсан, алдынғы ҡарашлы булырға тейеш, тип уйлайым. Ошо сифаттарға эйә булғанда ғына уҡытыусы кешелек донъяһы туплаған тәжрибәне башҡаларға тапшыра ала. Уҡытыусы булырға теләгән йәштәргә балаларҙы яратыуҙарын, аҡыл, сабырлыҡ, ижади уңыштар һәм бәхетле педагогик яҙмыш теләйем, - ти Нурзилә Йәнтүрина.
Тәжрибәле уҡытыусы район, республика кимәлендә төрлө методик кәңәшмәләрҙә, фестиваль, семинар, конференцияларҙа күп йыллыҡ эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Уның уҡыусылары төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар алалар.
Алдынғы ҡарашлы уҡытыусының педагогия өлкәһендәге ҡаҙаныштары күп. Ул үҫеп килеүсе быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем йәмәғәтселек эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почет грамотаһына лайыҡ булған. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, район мәғариф идаралығы, профсоюз ойошмаһы, башланғыс класс уҡытыусыларының методик берекмәһенең Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары педагогия өлкәһендәге күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында һөйләй. Тағы ла быйыл ул "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2023" республика һөнәри конкурсында ҡатнашып, “Хәҡиҡәтте Ватанымда таптым” номинацияһында еңеүсе булды.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 15-се һанында уҡығыҙ.