

Һамар мәктәбендә ойошторолған “Йөрәк һүҙе”шиғриәт бәйгеһе башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының тәүге халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева ижадына арналды. Һүҙ бәйгеһенә башҡорт теленең матурлығын, уның данын йырлаусылар, киләсәген һәм яҙмышын һаҡлаусылар, милләтебеҙҙең шәхестәрен ҙурлаусылар йыйылды.
“Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһен асып, мәктәп директоры Гөлнара Зиннур ҡыҙы Кәримова, Хәйбулла районы мәғариф бүлеге етәксеһе Нияз Хәмзә улы Рыҫҡолов һәм жюри рәйесе Башҡорт дәүләт университетының (Стәрлетамаҡ филиалы) башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, профессор, филология фәндәре докторы Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләхова уҡыусыларға уңыштар теләне.
Байрам 9-сы класс уҡыусылары Аяз менән Ғаяз башҡарыуында Әлнисә Алдырханова һүҙҙәренә Гүзәл Баянова ижад иткән “Ил ҡыҙы” йыры менән башланып китте:
... Бала сағың кәмһетелгән,
Үҫмер сағың-уяныу,
Хыялы- яҡтыға үрләү,
Киләсәкте уйланыу
Беренсе ҡарлуғасы һин,
Аҡ йондоҙо ғилемдең
Сағыу биҙәге еремдең,
Данлы ҡыҙы илемдең!
Зәйнәб Биишеваның ауыр яҙмышына ауаздаш “Кәмһетелгәндәр” романынан алынған өҙөк уҡыусылар тарафынан бик оҫта башҡарылды. Байғужина Миңлегөл Яхъя ҡыҙы әҙибә ролен уңышлы уйнап, тамашасыларҙы әсир итте.
Жюри составы 14 ҡатнашыусы араһынан еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы, ҡатнашыусыларҙы ғәҙел баһалап, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. 1-се, 2-се урын алыусылар 18 апрелдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында район намыҫын яҡлаясаҡ.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.