МӘҒАРИФ
12 Апрель 2023, 09:16

Геройҙар – беҙҙең арала

Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда уҡыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашты

Геройҙар – беҙҙең аралаГеройҙар – беҙҙең арала
Геройҙар – беҙҙең арала

Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү белем биреү процесының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Батырлыҡ дәрестәре сиктәрендә Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда 1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәре уҡыусыларының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән сираттағы осрашыуы үтте. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан батальондарының ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙары яҡташтары менән аралашыу өсөн һәр саҡ ваҡыт таба.

Балалар "Бурый", "Шах" һәм "Егерь" позывнойҙарын йөрөткән хәрбиҙәрҙең һөйләгәнен йотлоғоп тыңланы. Яугирҙар иптәштәренең берҙәмлеге, ғүмерҙе ҡотҡарған осраҡтар, батырлыҡтар хаҡында бәйән итте. Шулай уҡ балаларға махсус хәрби операцияла ҡулланылған квадрокоптерҙарҙы күрһәттеләр, ҡайһы бер уҡыусылар хатта улар менән идара итеүҙә үҙ көсөн һынап ҡараны. Балалар етди һорауҙар бирҙе һәм ғәҙел яуаптар алды. Мәктәп уҡыусылары геройҙарҙың улар янында йәшәгәненә тағы бер тапҡыр инанды.

 

Геройҙар – беҙҙең арала
Геройҙар – беҙҙең арала
Геройҙар – беҙҙең арала
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас