

Һамар ауылы мәктәбе уҡыусыһы Мәскәүҙә бизнес-планды уңышлы яҡланы. Һамар ауылы мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Анастасия Драгунова Мәскәүҙә һигеҙенсе "Фәндә старт" халыҡ-ара ғилми-тикшеренеү һәм ижади эштәр конкурсының тәүге этабында ҡатнашты. Етәксеһе Ирина Ростова менән улар "Дөйөм туҡланыу нөктәләрендә һатыу өсөн кишер үҫтереү буйынса бизнес-план" әҙерләп, уны уңышлы яҡланы. Конкурс йомғаҡтары буйынса Анастасия өс дипломға лайыҡ булды: еңеүсе дипломы, докладты иң яҡшы һөйләгәне өсөн диплом һәм "Рәсәй фәне өмөтө" дипломы. Ҡотлайбыҙ!