МӘҒАРИФ
11 Апрель 2023, 05:04

Көрәшселәр тәрбиәләүсе тренер

Хәйбулла уҡытыусылары тураһында мәҡәләләр циклын баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Сираттағы хат - 1-се Аҡъяр мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Ғирфан Ғилман улы Мәмбәтов тураһында

Көрәшселәр тәрбиәләүсе тренерКөрәшселәр тәрбиәләүсе тренер
Көрәшселәр тәрбиәләүсе тренер

Хәйбулла уҡытыусылары тураһында мәҡәләләр циклын баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыһы Нурлан Бикбовтан хат алдыҡ.

"Мәмбәтов Ғирфан Ғилман улы - беҙҙең мәктәптә физик культура уҡытыусыһы, шулай уҡ милли көрәш буйынса тренер.

Уның тураһында тап тренер булараҡ һөйләге килә. Тәүге күнекмәмде яҡшы хәтерләйем, минең өсөн барыһы ла яңы ине. Көрәш башланғыстарына өйрәнеү ауыр булманы. Беҙҙең тренер бөтә һорауҙарыбыҙға яуап бирә, милли көрәштең спорт көрәшенең популяр төрө, мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө булыуы хаҡында һөйләй. Көрәш - күп көс талап иткән спорт төрө, һәйбәт физик форма һаҡлау һәм һаулыҡты нығытыу ысулы. Күнекмәлә һәр саҡ үҙемде тыныс һәм ирекле тоям.

Ғирфан Ғилман улы бик изге күңелле, беҙҙе сыҙамлы һәм ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшә белергә өйрәтә. Ул үҙенең миҫалында спорттың был төрөнә ҡыҙыҡһыныу уята, ул үҙе лә күп тапҡырҙар ярыштар еңеүсеһе! Уның күп кенә тәрбиәләнеүселәре лә был спорт төрөндә ярайһы уҡ юғары һөҙөмтәләргә өлгәште! Ярыштарҙа призлы урындар ала башлағанда, минең бәхетемдең сиге булманы.

Ғирфан Ғилман улы беҙгә һәр саҡ ышана, һәр нәмәлә ярҙам итә һәм беҙ уны ҡыйын хәлдә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Тренер-уҡытыусыбыҙ беҙҙе көрәшкә өйрәтеп кенә ҡалмай, беҙҙә халҡыбыҙ тарихына һәм йолаларына ҡарата ихтирам, характер тәрбиәләй," - тип яҙҙы 1-се Аҡъяр урта мәктәбенең 5-се "б" класс уҡыусыһы Нурлан Бикбов.

 

Көрәшселәр тәрбиәләүсе тренер
Көрәшселәр тәрбиәләүсе тренер
Көрәшселәр тәрбиәләүсе тренер
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас