

Өфөлә бишенсе «Ҡанатлан!» («Взлетай!») төбәк мәктәп мәғарифы форумы үтте, унда педагогик белем биреү темаларына, тәрбиә системаһына арналған биш дискуссия майҙансығы ойошторолдо. «Ҡанатлан!» форумының йомғаҡлау пленар ултырышы булды, унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Эш педагогик белем биреү, маҡсатлы уҡытыу, инклюзив белем биреү темаларына арналған 13 дискуссия майҙансығында ойошторолдо. БР Мәғарифты үҫтереү институтының өлкән уҡытыусыһы, Хәйбулла районының география уҡытыусылары методик берекмәһе составындағы география уҡытыусыһы, «Рус география йәмғиәте»нең урындағы Хәйбулла бүлексәһе ағзаһы Сергей Павлович Уткиндың «Ҡанатлан!» форумында ҡатнашыуға саҡырыу алыуы бик ҡыуаныслы. Ул, донъя, Рәсәй, Башҡортостан һәм Хәйбулла районының (республика райондары араһында берҙән-бер) географик карталарын файҙаланып, географияны уҡытыуҙың авторлыҡ технологияһы менән таныштырҙы. Башҡортостан Республикаһы һәм Хәйбулла районы географияһын уҡытыуҙың был технологияһын Сергей Уткин һәм Хәйбулла районы уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Илшат Ҡаҙаҡҡолов булдырған.
Тыуған яҡты өйрәнеү материалы менән таныштырыу сараһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин, Рәсәй мәғариф академияһынан һәм илдең башҡа төп юғары уҡыу йорттарынан лекторҙар, федераль структуралар вәкилдәре ҡатнашты. Майҙансыҡ эшенә юғары баһа бирелде, килгән кешеләр география буйынса материалдар менән ҡыҙыҡһынған! Айырыуса республикабыҙҙың һәм Хәйбулла районының уйын материалдары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Былар барыһы ла аңлайышлы, ҡыҙыҡлы, география дәрестәрендә генә түгел, ә ғаилә уйыны сифатында ла мауыҡтырғыс материалдар.
«Был бик яҡшы! Афариндар! Беҙ, атайым менән әсәйебеҙ, ағайҙарыбыҙ, апайҙарыбыҙ һәм синыфташтарыбыҙ менән өйҙә уйнай торғайныҡ! Хәйбулла районы миҫалында республикабыҙҙың башҡа муниципалитеттары карталарын да әҙерләргә кәрәк!» - саранан һуң ҡунаҡтар ошондай баһаламалар биргән. Был технологияны уҡыу планына уҡытыу материалы сифатында индерергә кәңәш ителгән.
фото һәм мәғлүмәт:Хәйбулла районы мәғариф идаралығы.