МӘҒАРИФ
6 Апрель 2023, 09:30

Яугирҙар уҡыусылар менән осрашты

Бөгөн Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда 1-се Аҡъяр мәктәбенең йәш армеецтары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың осрашыуы булды

Яугирҙар уҡыусылар менән осраштыЯугирҙар уҡыусылар менән осрашты
Яугирҙар уҡыусылар менән осрашты

Бөгөн Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда 1-се Аҡъяр мәктәбенең йәш армеецтары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың осрашыуы булды

Сара урындағы "Юнармия" бүлексәһе штабы башланғысы менән, "Батырлыҡ дәрестәре" кластан тыш дәрестәре сиктәрендә үткәрелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡайны. "Бродяга" һәм "Егерь" позывнойлы яугирҙарыбыҙ үҫмерҙәргә үҙҙәренең көнкүреше һәм хеҙмәте тураһында һөйләне, ә уҡыусылар үҙ сиратында уларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы һәм һорауҙар бирҙе. Йәш армеецтар яугирҙарыбыҙҙың батырлыҡтары хаҡында, уларға уҡыусылар яҙған хаттар ярҙам итәме, тип һораны. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яуабы ыңғай булды. Улар артабан да хат яҙыуҙарын һораны, сөнки, хәрбиҙәр әйтеүенсә, "өйөндәге бер хәбәр" хәрбиҙәрҙең рухын күтәрә һәм нығыта. Йәш армеецтар яугирҙарға рәхмәт белдерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы.

 

Яугирҙар уҡыусылар менән осрашты
Яугирҙар уҡыусылар менән осрашты
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас