МӘҒАРИФ
6 Апреля 2023, 15:54

Афарин, Вәғит!

Хәйбулла кадеты - 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыһы Вәғит Акилов республика конкурсында лайыҡлы сығыш яһаны!

Афарин, Вәғит!Афарин, Вәғит!
Афарин, Вәғит!

Кадеттарыбыҙ "Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы профиле буйынса иң яҡшы кадеты" конкурсында тәүге тапҡыр ҡатнашты.

Өфөлә "Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының профиле буйынса иң яҡшы кадет" республика конкурсы уҙҙы. Хәйбулла районы исеменән 2-се Аҡъяр мәктәбенән 5-се кадет класс уҡыусыһы Вәғит Акилов сығыш яһаны. Конкурс 12 йүнәлеш буйынса өс йәш төркөмө араһында үткәрелде. Дөйөм конкурс һөҙөмтәләре буйынса Вәғит Акилов 5-6-сы кластарҙың 11 кадеты араһында 5-се урын алды һәм физик әҙерлек буйынса 1-се урынға сыҡты! Ҡотлайбыҙ!

 

Афарин, Вәғит!
Афарин, Вәғит!
Афарин, Вәғит!
Афарин, Вәғит!
Афарин, Вәғит!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас