

Инженерлыҡ класында уҡыу төбәктең база уҡыу йорто һәм индустриаль партнерҙар менән үҙ-ара тығыҙ эш итеүҙе күҙ уңында тота. Был уҡыусыларҙың мәктәптән юғары уҡыу йортона күсеүен яйлыраҡ һәм аңлыраҡ итә
Төбәктәге инженерлыҡ кластарының база юғары уҡыу йорто – Өфө фән һәм технологиялар университеты.
Авиация профилендәге инженерлыҡ кластарында уҡыған уҡыусыларҙы нисек әҙерләүҙәре хаҡында мәғлүмәт ошо һылтанма буйынса.
Ә хәҙер инженерлыҡ класына нисек уҡырға инергә икәнен аңлатабыҙ:
Уҡырға керергә уйлаған уҡыусыларға һайлап алыу турын үтергә тура киләсәк. Һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн йыллыҡ билдәләр "яҡшы" йәки "бик яҡшы" булырға һәм математика, физика, информатика буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының һөҙөмтәләре ыңғай булырға тейеш.
2⃣ Олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендә уңышлы ҡатнашҡан балалар өҫтөнлөккә эйә. Шуға күрә, уҡырға ингәндә өлгәшеү тураһындағы документтарҙы тапшырырға һәм портфолио әҙерләргә кәрәк.
Инженерлыҡ кластары тураһында күберәк мәғлүмәт менән проекттың рәсми сайтында танышырға мөмкин:
судоавиакласс.рф
Проектта ҡатнашҡан Башҡортостан мәктәптәре һәм лицейҙары:
Советтар Союзы Геройы Ковшова Наталья Венекдиктовна исемендәге 155-се лицей, Өфө ҡалаһы (www.school155ufa.ru, +7 347 287-15-52)
107-се лицей, Өфө ҡалаһы (www.лицей107-уфа.рф, +7 347 228-63-10)
Михаил Алексеевич Ферин исемендәге 60-сы лицей, Өфө ҡалаһы (www.licey60.ru, +7 917 451-00-23)
68-се лицей, Өфө ҡалаһы (www.lyceum68.ru, +7 937 166-90-32)
Айырым фәндәрҙе тәрәнтен өйрәнеү буйынса Сергей Александрович Погребач исемендәге 3-сө мәктәп, Күмертау ҡалаһы (www.main1.edusite.ru, +7 347 612-30-28)
Республика политехник лицей-интернаты, Күмертау ҡалаһы (www.rpli.ucoz.ru, +7 917 766-33-68)
6-сы мәктәп, Нефтекама ҡалаһы (www.сош6-нефт.рф, + 7 347 833-40-21)
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан