МӘҒАРИФ
3 Апрель 2023, 11:49

Башҡортостан Абхазия менән мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө

-

Башҡортостан Абхазия менән мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнөБашҡортостан Абхазия менән мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө
Башҡортостан Абхазия менән мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө

Башҡортостан делегацияһының Абхазияға сәфәре барышында маҡсатлы ҡабул итеү сиктәрендә Абхазияның IT-тармағы өсөн белгестәр әҙерләү мәсьәләһен өйрәнеү тураһында килешеүгә өлгәшелде. Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы менән Сухум дәүләт колледжы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

«Бынан тыш, абхаз һәм башҡорт телдәре уҡытыусылары араһында туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу методикалары менән алмашыу буйынса берлектә эш алып барыласаҡ, Абхазия уҡытыусылары өсөн квалификация күтәреү курстары үткәреү ойоштороласаҡ. Башҡортостан уҡытыусылары иһә Абхазия педагогтарының йәйге методика мәктәбендә ҡатнашасаҡ», — тип һөйләне тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-03/bashkiriya-budet-sotrudnichat-s-abhaziey-v-sfere-obrazovaniya-3202481

Автор:Азат Ғиззәтуллин.
Автор:
Читайте нас