МӘҒАРИФ
31 Март 2023, 08:26

Күңелле яҙғы каникулдар иҫтә ҡаласаҡ

Яҙғы каникулдар аҙағына яҡынлаша, ә улар хаҡында хәтирәләр оҙаҡ һаҡланып ҡаласаҡ. Мәктәп уҡыусылары ял ваҡытын бушҡа әрәм итмәгән. Берәүҙәр бөтә класы менән райондан ситкә сәфәргә сыҡты, ә икенселәр Хәйбулла район үҙәгенең күмәк мәҙәни урындарында булды.

Күңелле яҙғы каникулдар иҫтә ҡаласаҡКүңелле яҙғы каникулдар иҫтә ҡаласаҡ
Күңелле яҙғы каникулдар иҫтә ҡаласаҡ

Яҙғы каникулдар аҙағына яҡынлаша, ә улар хаҡында хәтирәләр оҙаҡ һаҡланып ҡаласаҡ. Мәктәп уҡыусылары ял ваҡытын бушҡа әрәм итмәгән. Берәүҙәр бөтә класы менән райондан ситкә сәфәргә сыҡты, ә икенселәр район үҙәгенең күмәк мәҙәни урындарында булды.

Әйтәйек, 2-се Аҡъяр мәктәбенең 5-се кадет класы уҡыусылары Гай ҡалаһы ДОСААФ-ының атыу спорт клубында булды, ә 7-се класс уҡыусылары Магнитогорск ҡалаһының аквапаркына барып ҡайтты. Өлкән клсс уҡыусылары Татарстанға экскурсияға барҙы. Яҙғы каникулдар осоронда 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары Баймаҡ ҡалаһы бассейнында,  тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды. Вәлит ауылының дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусылары Хәйбулла районы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына уҡыусылар өсөн экскурсия ойошторҙо. Артабан балалар "Бөркөт" кинозалында булды. Балалар ваҡытын күңелле үткәрҙе,  алған тәьҫораттар, хис-тойғолар каникулдың матур бер иҫтәлеге булып һаҡланып, күңелдәрен оҙаҡ йылытыр әле.

Күңелле яҙғы каникулдар иҫтә ҡаласаҡ
Күңелле яҙғы каникулдар иҫтә ҡаласаҡ
Күңелле яҙғы каникулдар иҫтә ҡаласаҡ
Күңелле яҙғы каникулдар иҫтә ҡаласаҡ
Күңелле яҙғы каникулдар иҫтә ҡаласаҡ
Күңелле яҙғы каникулдар иҫтә ҡаласаҡ
Күңелле яҙғы каникулдар иҫтә ҡаласаҡ
Күңелле яҙғы каникулдар иҫтә ҡаласаҡ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас