

Бөгөн Бүребай мәктәбенең 9-11-се кластар уҡыусылары өсөн фәһемле һәм ҡыҙыҡлы осрашыу үтте. Яҡташыбыҙ, Санкт-Петербургтағы Хәрби-диңгеҙ политехник институтының өлкән инструкторы Илгиз Хәтмуллин юғары уҡыу йорто һәм хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеү буйынса мәғлүмәт бирҙе. Уҡыусылар менән әңгәмә барышында мичман институттағы көн тәртибе, уҡыу йортоноң льготалары, өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. Институтты тамамлаусылар мичман һәм лейтенант званиеларын алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Осрашыу барышында йәштәр күп нәмә белде, ә ҡайһы берәүҙәре был юғары уҡыу йортона инеү хыялы менән янып китте.