МӘҒАРИФ
27 Март 2023, 11:15

"Уҡытыусы - бөйөк исем"

 Вәзәм ауылы мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙә "Уҡытыусы һәм остаз йылына" арналған матур кисә үтте. 

"Уҡытыусы - бөйөк исем""Уҡытыусы - бөйөк исем"
"Уҡытыусы - бөйөк исем"

"Кисәгә ауылыбыҙҙың арҙаклы уҡытыусылары саҡырылды, ә уҡыусылар, ауылдаштар, ағинәйҙәр матур сараны моңло йыр, бейеүҙәр менән биҙәнеләр. Уҡытыусыларҙы тәбрикләргә Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Мөғлетдин улы Юнысов сығып йылы һүҙҙәрен еткереп иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Сара барышында ҡунактар, тамашасылар яратҡан уҡытыусылар, уҡыусылар, мәктәп тормошо тураһында хәтирәләре менән уртаклашты.
Уҡытыусылар менән әңгәмә-һорау ойошторолоп уларҙың бала саҡ, студент, мәктәп йылдары, бөгөнгө эштәре, уҡытыусылары тураһында тыңланыҡ.
Вәзәмдә Артур Шәйхитдин улы Сурин исемен йөрөткән башланғыс мәктәбендә эшләп, әлеге көндә хаҡлы ялда булған данлыҡлы ветеран уҡытыусылар, Советтар Союзы геройы Ҡәйүм Әхмәтшин исемендәге Әбеш дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡытып йөрөгән көслө уҡытыусыларыбыҙҙы бар балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә. Башланғыс класс уҡытыусылары  Кларға Әсхәт ҡыҙы Мусина,  Минсара Хөббулла ҡыҙы Ҡырғыҙбаева,  Минсылыу Нәбиулла ҡыҙы Мусина; Әбештә башланғыс класс уҡытыусыһы һәм уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары  Айгөл Сәғәҙей ҡыҙы Ҡырғыҙбаева, башҡорт теле һәм йырҙан белем биреүсе йәш уҡытыусы  Гөлфиә Ғилмитдин ҡыҙы Хунафина  сараның хөрмәтле ҡунаҡтары булды. Рәхмәт һеҙгә шундай яуаплы, изге һөнәргә тоғро булғанығыҙ һәм фиҙаҡәр, баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙ өсөн. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, донъя именлеге, оҙон ғүмер, уңыштар теләйбеҙ!"- тип яҙғандар сараны ойоштороусылар.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: Вәзәм ауылы клубы.

Автор:
Читайте нас